rn rn

rn

rnВ статье Ф. Б. Юнусовой «Габдулла Тукай в записях башкирских писателей» анализируются воспоминания, стихи, и поэмы видных башкирских писателей и поэтов (М. Гафури, С. Агиша, М. Карима, Р. Бикбаева и др.) о Г. Тукае. rn

rn

rn
rnҺәр халыҡтың, һәр милләттең йөҙөк ҡашы булырҙай гүзәл шәхестәре, оло таланттары, бөтөн кешелек донъяһы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған заттар бар.
rnКүренекле башҡорт ғалимы Рәшит Шәкүрҙең «Арҙаҡлы шәхестәр» исемле ғилми-биографик очерктар тупланған китабының баш һүҙендә шәхестәргә ҡарата әйтелгән һүҙҙәре бар: «Илдең, милләттең рухи көсөн, ҡеүәтен, кешелек донъяһында тотҡан урынын иң элек уның бөйөк кешеләре, оло аҡыл эйәләре, илем, халҡым тип йәшәгән ҡаһарман рухлы заттары билдәләй. Ә халыҡ үҙенең данлыҡлы улдарын һәм ҡыҙҙарын белергә, улар менән ғорурланырға, һәр быуын улар өлгөһөндә тәрбиәләнеп, фәһем алып үҫергә тейеш» (3, 3). Татар халҡының бөйөк шагиры Ғабдулла Туҡай, һис шикһеҙ, ана шундай оло шәхестәрҙең береһе.
rnУл кешелектең яҡты аҡылын, изге ынтылыштарын һәм алдынғы идеяларын үҙ әҫәрҙәрендә тулы һәм асыҡ итеп сағылдырып, үҙ халҡы өсөн генө түгел, донъялағы башҡа милләт өсөн дә әһәмиәтле ижтимағи күренеш булып әүерелгән.
rnҒабдулла Туҡай ижады башҡорт халҡы өсөн Гафури, Бабич, Юлтый ижады кеүек үк яҡын, үҙ булды һәм ике халыҡтың да рухи үҫешендә ҙур роль уйнай.
rnГөмүмән, Ғабдулла Туҡай ижады менән татар әҙәбиәтендә генә түгел бөтөн төрки әҙәбиәтендә үҙенең мәктәбен булдырған олуғ әҙип. «Шуға күрә Д.Юлтый, Ш. Бабич, С. Ҡудаш, Я.Юмаев кеүек байтаҡ ҡына йәш шағирҙар өсөн Туҡай ижады юл күрһәтеүсе маяҡ булып хеҙмәт итте лә. Улар үҙ ижади эшмәкәрлектәрен башлағанда уның шиғриәтенә курс тоттолар», — тип яҙа филология фәндәре кандидаты Суфиян Сафуанов. Әйткәндәй, шағирҙың тормошо, ижады тураһында матбуғат биттәрендә әленән-әле мәҡәләләр, әҙәби әҫәрҙәр һәм ғилми хеҙмәттәр донъя күреп тора.
rnБашҡорт әҙәбиәте һәм публицистикаһында ла был бөйөк шағир тураһында бихисап иҫтәлектәр, уға арналған шиғырҙар һәм әҙәби әҫәрҙәр бар. 1966 йылда Өфөлә Туҡайға арналған «Туҡай Башҡортостанда» тигән иҫтәлектәр, шиғырҙар, хикәйәләр һәм мәҡәләләр тупланған йыйынтыҡ донъя күрә. Йыйынтыҡтың баш һүҙендә, Туҡайҙың ижады тураһында һүҙ йөрөтөп, Суфиян Сафуанов, уның поэтик мәктәбендә тәрбиәләнеп үҫкән, уның иң яҡшы әҙәби традицияларын уңышлы дауам иткән башҡорт шағирҙары Д. Юлтый, Ш. Бабич, М. Гафури, Я. Юмаев, С. Ҡудаш, Г. Ғүмәр, И. Насыри С. Кулибай, Т. Арслан, М. Кәримдең шиғырҙарын миҫалға килтерә, төплө анализ бирә һәм Туҡайҙың уларҙың ижадтарында мөһим роль уйнағанын һыҙыҡ өҫтәнә ала.
rnЙыйынтыҡ «Ул һәр саҡ күңелдә», «Йырҙарҙан һәйкәл» һәм «Үлемһеҙ традициялар» исемле бүлексәләрҙән тора. Тәүге бүлексә иҫтәлектәргә ҡоролған. Был иҫтәлектәр төрлө йылдарҙа төрлө һәнәр кешеләре тарафынан Туҡай менән осрашыуҙарға ҡоролған.
rnҒабдулла Туҡай Өфөлә һәр ваҡытта ла көтөп алынған ҡунаҡ була. Һаулығын нығытыу ниәте менән ҡымыҙ эсергә килә ул.
rnАтаҡлы шағирыбыҙ Мәжит Гафури уның менән бернисә тапҡыр осраша. Был йәнле осрашыуҙар «Сабах» китапханаһында ла бара.
rn«Ғабдулла Туҡай Өфөлә» тигән иҫтәлегендә шагир Туҡайҙың Өфөнөң саф һауаһын, матур баҡсаларын бик яратыуын, ҡояшлы ваҡыт булһа, баҡсаға сыгып, ҡымыҙ эсеп, йәшел үлән өҫтөндә ятыуын һәм ҡымыҙҙың Туҡайға ярҙам итеүен бәйән итә. «Баҡсала йәшел үлән өҫтөндә йоҡлап киткән ваҡыттары ла булды. Ҡымыҙ эсеп, саф һауала ятыу сәләмәтлеген ҡайтарған кеүек булды» — ти ул (2, 27).
rnИкенсе тапҡыр осрашҡан мәлдәрен Гафури бына нисек тасуирлай: «Туҡайҙың өҫ-башы ҡарайған, сәфәр мәшәҡәтен күреп бигерәк тә йонсоғайны. Һөйләгән һүҙҙәребеҙ уның сәфәре, ҡымыҙ эсер өсөн Троицкигә барыуы, Ҡазан һәм уның йәштәре, йәшәгән мөхитебеҙ тураһында барҙы»(2, 22).
rnМәжит Гафуриҙың тормош иптәше Зөһрә Гафуриҙың иҫтәлегендә иһә Туҡай менән осрашыу мәлдәре шағирҙың һөйләүҙөре аша бирелгән, һыйлағанда һыу булһа ла эс тигәндәй, Ғафури үҙенең һуңғы пальтоһын һатып булһа ла Туҡайға хөрмәт күрһәтә. Хәйер, ул ваҡыттағы аслыҡ тәбиғи һымаҡ күренһә лә, бында Гафуриҙең ихласлығын, Туҡайҙы ныҡ ихтирам итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәктер.
rnАртабан Туҡай Өфөләге тәьҫирҙәрен Ҡазанда сыга торған «Ялт-йолт» журналында былай тип яҙа: «Өфөлә Мәжит әфәнде Ғафури менән осраштыҡ. Ул миңә ҡарағанда ла йыуашланған вә донъя тарафынан баҫылған кеүек күренде. Уның менән беҙҙең әңгәмәбеҙ күп ваҡытта күҙҙәр арҡылы ғына хәл ҡылына ине. Ситтән беҙҙе ҡараған кеше икебеҙҙе хәҙер генә хисапһыҙ күп шаярып, һуңынан әсәләре ҡыйнап, бер минут элек кенә илауҙан туҡтаған балаларға оҡшатыр ине. Россияла хәҙер уйнаған елдәр, Россия һауаһы беҙҙең бөтә коллегаларҙы шул хәләте рухиәгә килтергән. Эйе, әле күҙҙәге йәшебеҙ әле кипмәгән» (2, 32).
rnБында автор йәмғиәттәге сәйәси һәм иҡтисади хәлдең ауыр булып, шағир, яҙыусыларға, ғөмүмән, бөтә кешелеккә ауыр тәьҫир иткәнлеген йомғаҡлап ҡуя. Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп яҡты көндәрҙең атасағына бер аҙ шикләнеп тә һәм ваз кисеп тә ҡуйған һымаҡ.
rn«Туҡай кәңәше менән» тигән иҫтәлектә (авторы, уҡытыусы Кәшфи Мостафин), мәҫәлән, Туҡайҙың алсаҡлығына баҫым яһай, иғтибарлы, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Мөбәрәк Әмиров иһә «Күҙ алдымда тора» тигән иҫтәлегендә Габдулла Туҡай һәм Мәжит Гафури менән «Сабах» магазинында осраҡлы рәүештә осрашыуын бәйән итә. Ғафури Туҡайға Әмировтың Себерҙә, каторгала балалар уҡытыуын әйтә. (Россиянең иң алыҫ һәм ҙур каторгаларының береһе «Александровский централда» тотҡондарҙың балаларын уҡыта). «Балаларға Габдулла Туҡайҙың шиғырҙарын ятлата инем. «Туған тел», «Байрам бөгөн» кеүек шиғырҙарҙы дәрестән һуң хор менән йырлата инек. Төрмә биналарынан туҡтауһыҙ бығау тауыштары ишетелеп торһа ла, мәктәп эсендә Туҡайҙың «Пар ат», «Мәхбүс» шиғырҙары яңғырай ине» (2,43).
rnБыл осрашыу Мөбәрәк Әмировҡа ныҡ тәьҫир итә. Туҡай унан Себергә ҡасан барыуын, унда ниндәй шарттарҙа эшләүен һәм кемдәрҙе уҡытыуы тураһында ныҡ ҡыҙыҡһына. «Бөйөк шағир менән күрешеү минең өсөн иң ҡәҙерле ҡиммәтле бер ваҡиға булһа ла, ул дауамлы була алманы. Минең өсөн беренсе һәм һуңғы осрашыу булып ҡалды», — тип үкенесен белдерә Әмиров иҫтәлегенең аҙағында (2, 44).
rnБашҡорт халҡының рухи донъяһында Туҡай ижадының мөһим урын тотоуы башҡорт яҙыусыларының бихисап шиғырҙарында сағылыш тапты. Үрҙә атап киткән йыйынтыҡтың икенсе бүлексәһендә төрлө йылдарҙа яҙылған төрлө быуын яҙыусыларҙың шиғырҙары, поэмалары иғтибарға лайыҡ. Шәйхзада Бабич, мәҫәлән, «Ғабдулла әфәнде Туҡай» шиғырында, донъяла Туҡай һымаҡ ысын шағирҙарҙың аҙ булыуына үкенес белдерә. Уны ҡараңғы төндә яҡтыртҡан аҡ тулған ай менән сағыштыра, уның менән ғорурлана; икенсе бер шағир, Ямалетдин Юмаев, Туҡай үлгәс: «Инде беҙҙе кем һуң йығлатыр, кем көлдөрөр?.. Беҙгә кем һуң күрһәтер алдан өмөттөң яҡтыһын?» — тип ҡайғыра; Мәжит Гафури ҙа, «Туҡай вафатынан һуң» тигән шиғырында Туҡайҙың үлемен ауыр кисерә, әммә уны һәр кем яратыуын, онотмаясағын, ихтирам итеүҙәрен «һис ваҡытта сыҡмаҫ иҫтән бында ҡылған эштөрең, һәр ваҡыт һөйөлөп уҡылыр бар «Күңел емештәрең», тигән ҙ, ғ юлдарҙа сағылдыра. Сәйфи Ҡудаш иһә шағирҙың традицияларынан үрнәк алып, «…Үҙ халҡымдың моңон йырлап, зарын һөйләп, айырылмайсы һәр ваҡытта бергә барһам, — Булыр ине ниндәй бәхет, ниндәй шатлыҡ», — тип Туҡайҙы юғары баһалай. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим дә Ғабдулла Туҡайға арнап «Туҡайға» тигән шиғырын яҙа. Әйткәндәй, Габдулла Туҡайҙың шағир- ға йоғонтоһо бик көслө булған. Күп йылдар уҙғандан һуң юҡҡа ғына ул түбәндәге юлдарҙы яҙмаған.
rnУн биш йәшем тулыр-тулмаҫтан Шиғриәткә килеп абындым,
rnАлтмыш өс йыл һиңә табынам,
rnАлтмыш өс йыл һине һағынам (1938).
rnМ. Хәй, үҙенең «Үлем юҡ шағиргә» тигән шиғырында шагирҙы үлемһеҙлеккә тиңләп, уның тауышын сынлаған арфаға, йә булмаһа йәшел урмандарҙа сайраған һандуғастар менән, йә иһә кисен күктә янған — кты йондоҙҙар менән сағыштыра: һин йәшәйһең шулай, шиғырың менән, замандаш һин, илең кеүек һин…», — ти ул. Г.Мәсәғүт, мәҫәлән, «Балалыҡ дуҫым» шиғырында балалыҡ дуҫын — Туҡайҙы һағынғанын яҙа. Ғөмүмән, Батыр Вәлидтең «Туҡай моңдары»нда булһынмы, Ғариф Ғүмәрҙең «Өлгө һин», Әкрәм Вәлиҙең «Тере Туҡай», "Кадир Даяндың «Ғ.Туҡайға», Маҡсуд Сөндөклөнөң «Туҡайға», Шәриф Биҡҡолдоң «Юлда», Хәким Ғиләжевтың «Туҡай Өфөлә», Баязит Бикбайҙың «Саф алтын», Ғилемдар Рамазановтың «Оло кеше», Рәми Ғариповтың «Шағир», Абдулхаҡ Игебаевтың «Шағир һәм әжәл» булһынмы, был шиғырҙарҙа Ғабдулла Туҡайға ҡарата оло ихтирам, уны үҙ итеү Ҡадир Даян әйткәнсә: «Онотмабыҙ. Беҙҙең күңелдәрҙә, бйөк шағир, Туҡай, һин тере».
rnӨсөнсө бүлексәлә шағир тураһындағы мәҡәләләрҙең байтағы бөйөк шағирҙың тормош юлын яҡтыртыуҙа, ижадын аңлатыуҙа һәм халыҡ араһында популярлаштырыуҙа әһәмиәтле урын тота. Миҫал өсөн Баязит Бикбайҙың «Беренсе шагирым», Сәйфи "Кудаштың «Беҙҙең Туҡай», Сәғит Ағиштың «һәр быуынға яҡын шағир», Кирәй Мәргәндең «Туҡай һәм башҡорт фольклоры», күренекле ғалимдарыбыҙ Әхнәф Харисовтың «Поэзия ҡаһарманы», Ғайса Хөсәйеновтың «Ғ.Туҡай традициялары һәм С.Кудаш ижады» мәҡәләләрен атап үтергә кәрәктер.
rnӘҙәби әҫәрҙәрҙә лә Туҡай образы сағылыш тапмай ҡалманы. Был йәһәттә, яҙыусыларыбыҙ С. Ағиштың «Шишмә сыҡҡан ерҙә» повесы, һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» һәм 3. Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романы ҙур әһәмиәткә эйә.
rnХәҙерге ваҡытта ла башҡорт шиғриәтендә Туҡайҙы һағынып йырлау, уның тураһында әҙәбиәттә уйланыуҙар осрап тора. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев «Туҡайға» шиғырын бына ниндәй юлдар менән башлап ебәрә:
rnЯҙ килгәнһең ергә.
rnЯҙ көткәнһең,
rnЯҙ киткәнһең,
rnЯҙҙы һағынып.
rnАғиҙелдә йөҙә яҙ ҡояшы,
rnТулҡындарҙан күҙең сағылыр.
rnҮләндәргә ҡояш нуры менән Түгелгәндә моңо ҡурайҙың,
rnКүк үләндәй, сабый сағың ҡайтҡан Ҡырҙарынан йырлы Ҡырлайҙың.
rnБыл шиғри юлдарҙа авторҙың Туҡай исеменең һәм Башҡортостандың йәшел үлән булып ҡалҡыуы, киләсәккә ҙур өмөт бағлауы һәм халҡыбыҙҙың бөйөк улдары онотолмаясаҡ, тигән төп идеясе күтәрелә, һәм шиғырын тамамлап Рауил Бикбаев былай ти:
rn… Ағиҙелдә тағы яҙ ҡояшы,
rnҠауышҡан саҡ ерем күк менән.
rnТуҡай ҡосаҡлаған тупрағымдан
rnКүтәрелә күкрәп күк үлән.
rnШулай итеп, һәр быуын башҡорт яҙыусылары тарафынан иҫтәлектәрҙә, поэзияла һәм әҙәби әҫәрҙәрҙә лә Габдулла Туҡайҙың образы төрлөсә күҙалланған. Иң мөһиме, улар бер-береһен ҡабатламай һәм улар баһалап бөткөһөҙ.
rnТанылған татар тәнҡитсеһе Габдрахман Кәрамдың һүҙҙәре менән әйткәнсә: «Ғабдулла ысын мәғәнәһендә шағир һәм дә халыҡ шағиры булып ҡаласаҡтыр. Уның шиғырҙары быуындан быуынға ҡалып, миллиондарса балаларыбыҙ тарафынан ятланасаҡ вә уның шанлы исеме мәңгегә онотолмаясаҡ».rn

rn

rn
rnӘҘӘБИӘТ
rn1.    Нуруллин И. Габдулла Тукай. — Казан: Татар. кит. нәшр., 1979. — 307 б.
rn2.    Туҡай Башҡортостанда. Иҫтәлектәр, шиғырҙар, хикәйәләр һәм мәкәләләр. — Өфө: Башҡорт, кит. нәшр., 1966. — 190 б.
rn3.    Шәкүров Р. Арҙаклы башҡорттар. Гилми-биографик очерктар. — Өфө: Башҡорт, кит. нәшр., 1998. — 304 бит.
rn

rn

rn
rn(Чыганак: Г.Тукай мирасы һәм милли-мәдәни багланышлар//Г.Тукай rnтууына 125 ел тулуга багышланган халыкара фәнни-гамәли конференция rnматериаллары. — Казан, 2011)rn

rn


rn
rn

rn rn

rn

By alex009

Җавап калдыру

Сезнең e-mail адресыгыз һәркемгә ачык итеп куелмаячак. Мәҗбүри кырлар * белән тамгаланган